Киров ҡалаһында "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Эльвира Ким да бар. Әйткәндәй, бәйгелә ул телекомпания режиссеры түгел, ә ҡағыҙ сыбыҡтан кәрзиндәр үреүсе оҫта булараҡ ҡатнашты. Тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала.
Тигеҙ һәм тығыҙ итеп үрелгән кәрзин ҡупшы ла, ҡиммәтлерәк тә күренә. Ошо матурлыҡ ябай ғына ҡағыҙҙан эшләнгән, тип кем уйлаһын. Иң мөһиме ҡағыҙҙы ҡырынайтыбыраҡ тығыҙ итеп төрөргә кәрәк. Бының өсөн нәҙек кенә энә алалар. Ошо килеп сыҡҡан көбәксәләрҙән ялтырап торған, һығылмалы сыбыҡ килеп сыҡһын өсөн махсус буяуҙар, лак ҡулланып үреү өсөн материал әҙерләнә. Уға дым да, ваҡыт та ҡурҡыныс түгел. Эльвира Ким әйтеүенсә, ҡағыҙ сыбыҡтан эшләнгән әйберҙәр күп йылдар дауамында формаһын юғалтмай. Күптән түгел Өфө оҫтаһының батмустарын Турист сувениры бөтә Рәсәй конкурсы жюриһы баһаланы. Еңеүсе исеменә 72 төбәктән 600-ләгән ҡатнашыусы дәғүә иткән. Сыбыҡтан кәрзин үреү менән Эльвира 5 йыл ғына шөғөлләнә. Башта интернеттан өйрәнә, хәҙер оҫталығы менән үҙе бүлешә.Иң мөһиме ваҡыт табырға кәрәк. Ә төп эштән ваҡыт бүлеүе еңел түгел. Эш урыны грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары менән тулы. Эльвира — телевидение режиссеры. Тиҫтә йылдар дауамында Эльвира Ким әллә күпме проекттар, махсус репортаждар, документаль фильмдар төшөргән. Әммә автор һәр ваҡыт кадр артында ҡала. Әйткәндәй, ҡағыҙҙан кәрзиндәр үреү эшендә лә шулай уҡ.