Ҡурҡыныс аварияла 6 пассажирҙың ғүмере өҙөлдө, 18 кеше төрлө йәрәхәттәр алғайны. Азат Сәфәрғәлиев ниндәй яза алғанын, хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов белә.
Ирина Ҡадыроваға иренең фотоларын ҡарауы ауыр. Яратҡан тормош иптәше, ике бала атаһы Руслан ярты йыл элек аварияла һәләк булды. Руслан Өфөлә фатирҙарға ремонт эшләгән. Көн һайын ул Языков ауылынан баш ҡалаға маршрут автобусында йөрөгән. Ә 25 июль иртәһендә ир өйөндә ҡалып, юлға һуңғараҡ сығырға ҡарар иткән. Ирина Ҡадырова хәтерләүенсә, тормош иптәше һиҙенеп һәр ваҡыт аварияла үлермен инде тип белдергән. Был авария тураһында Рәсәй һәм Башҡортостан матбуғат саралары бәйән итте. 27 йәшлек Азат Сәфәрғәлиев идара иткән Форд Транзит Өфөгә пассажирҙарҙы алып китеп барғанда, юл буйындағы Камаз менән бәрелешә. Ҡурҡыныс юл-транспорт фәжиғәһендә 6 пассажир һәләк була, 18 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәттәр ала.Юл эштәре менән булған Камаз уң яҡ һыҙаттан сәғәтенә 5 километр тиҙлек менән хәрәкәт иткән. Әгәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән булһа, бындай фәжиғә теркәлмәҫ тә ине, тип билдәләй инспекторҙар. Суд ултырышында Азат Сәфәрғәлиев үҙ ғәйебен йәнә таныны.Әммә аварияла һәләк булғандарҙы кире ҡайтарып булмай. Ауыр ҡайғы баҫҡан ата-әсәләр судҡа балаларының фоторәсемдәре менән килгәйне. Фәжиғәлә Марина Вәлиуллина 20 йәшлек студент ҡыҙын, ә Зөлфирә Парамонова армиянан ғына ҡайтҡан улын юғалтты.Прокурор аварияла ғәйепләнеүсене 4 йыл ярымға дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреүҙе һораны. Суд водителдең тәфтиш менән хеҙмәттәшлек итеүен, ғәйебен таныуын һәм башҡа нескәлектәрҙе иҫәпкә алып прокурорҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе.Һәләк булғандарҙың яҡындары уның менән риза түгел. Туғандары 15 тәүлек эсендә Башҡортостандың юғары судына мөрәжәғәт итергә йыйына.