Янғындарҙа, һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыусыларҙың да һаны кәмегән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
"Торатау" конгресс-холында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, 2023-кә маҡсаттарҙы барланылар. 2022 йылда урман янғындарының майҙаны ла 50 тапҡырға кәметелгән. Был күрһәткес ут сығыуын хәбәр итеүсе видеомониторинг ҡорамалдарын урынлаштырыу менән бәйле, ти белгестәр. Тармаҡтың инфраструктураһын үҫтереүгә, яңы техника, ҡорамалдар менән йыһазландырылыуға ирешкәндәр. Йыйылыш алдынан янғын хәүефһеҙлеге, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте, гражданлыҡ оборонаһының һаҡлау ҡоролмалары әҙерлеген тәьмин итеү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр эшләне. Ойошторолған күргәҙмәләрҙә ошо өлкәләге яңы технологиялар һәм ҡорамалдар менән таныштырға мөмкин ине.