Башҡаланы оло үҙгәрештәр көтә

Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейына Рәсәйҙең иң уңайлы ҡалаларының береһенә әйләнергә тейеш.

Республика етәксеһе Радий хәбиров ҡала етәкселәре алдында йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу бурысын ҡуя.

Был, тәү сиратта, үҫешкән транспорт селтәре, яңы йәмәғәт урындары, һәм уңайлы социаль объекттар. Тағы ла халыҡ үҫешкән инфраструктуралы торлаҡта йәшәргә тейеш. Юбилейға "Көньяҡ ҡапҡан" төҙөүҙең беренсе этабы тамамлана. Артабан, планға ярашлы, республиканың иң ҙур инфраструктура проекты – "Көнсығыш сығыу" юлы сафҡа индереләсәк. Ҡалала юлдарҙы төҙөүгә ғәйәт ҙур финанс йүнәлтелгән. Шулай уҡ, Өфө, һис шикһеҙ, спорт үҙәге булараҡ үҫешергә тейеш. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Әлеге мәлдә көрәш һарайы, фехтование үҙәге төҙөлә, кәмәлә ишеү слаломы әҙерләнә. Республика өсөн яңы проект - 5 мең урынлыҡ вуз-ара кампус төҙөлә башлауы, үҙе бер ваҡиға. Ә өфөлөләр, һис шикһеҙ, башҡалала йәшәүҙәре менән ғорурлана аласаҡ. Төбәк башлығы әйтеүенсә, Өфөнө ваҡиғалы туризмдың үҙәге итеп ҡабул итергә тейештәр.