Унда Башҡортостанда фехтование буйынса махсус үҙәк төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Республика етәксеһе был тәҡдимде хуплап сыҡты. Олимпиада алдынан Рәсәй спортсыларын допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп, йыйылма команданы төшөрөп ҡалдырырға тырышһалар ҙа, беҙҙекеләр һынатманы. Беренсе көндә үк, Башҡортостан спортсыһы Тимур Сафин шәхси беренселектә бронза миҙал яуланы. Команда беренселегендә Рәсәй рапирасылары ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтте. Көслө командаларҙы отоп, улар финалға барып етте һәм унда Франция вәкилдәрен еңде. Алтын миҙал яулаған Тимур Сафин һәм Артур Әхмәтхужинды Өфөлә герой кеүек ҡаршы алдылар. Уларҙы иң беренсе яҡындары, көйәрмәндәр һәм журналистар тәбрикләне. Олимпиада чемпиондарын һәм тренерҙарҙы бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул итте. Осрашыуҙа ҡотлау һүҙҙәре генә булманы, ә фехтованиены үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Әйткәндәй, спортсылар Өфөгә ҡайтмаҫ борон уҡ, Рөстәм Хәмитов фехтование буйынса учреждениеларҙың матди базаһын яҡшыртырға ҡушҡайны. Осрашыуҙан спортсылар яҡшы тәъҫораттар менән сыҡты. Башҡортостан спортсылары Йәйге Олимпиадаларҙа 1952 йылдан алып ҡатнаша. Ошо арауыҡ эсендә улар 6 алтын, 6 көмөш һәм 8 бронза миҙал яуланы. Дөйөм алғанда Йәйге Олимпиадаларҙа Республика вәкилдәре төрлө 20 награда алған.
Башҡортостан башлығы Бразилиянан ҡайтҡан Олимпиада чемпиондары менән осрашты
Тулыраҡ: Башҡортостан башлығы Бразилиянан ҡайтҡан Олимпиада чемпиондары менән осрашты