“Платон” системаһы ярҙамында йыйылған аҡсаларға төҙөлгән ҡоролма әлегә 90 процентҡа әҙер. Проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан аша үткән ике федераль трассаны- М 5 һәм М 7 магистралдәрен тоташтырасаҡ. Яңы күпер заманса технологияларға ҡоролған. Уның аҫтында һыу транспорты үтер өсөн урын да бар. Йәйәүлеләр өсөн үткәүел, юл саттары һәм тауышты кәметеү өсөн ҡулайлама – быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн уңайлы булһын өсөн эшләнә. Күперҙең оҙонлоғо иһә теүәл бер саҡрым. Яңы күпер иҫкеһе янында төҙөлә. Һуңғыһына иһә хәҙер бер-нисә тиҫтә йыл. Тик уныһы транспорт ағымын тейешле кимәлдә үткәрә алмай. Телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы, журналист Инга Йомашева был йүнәлеште даими йөрөп тора. Уның фекеренсә, күпер баш ҡаланы автомобиль тығындарынан ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә Өфө халҡының көндәлек тормошон байтаҡҡа яҡшыртасаҡ. Яңы күперҙә автомобиль хәрәкәте ун беренсе октябрь – Республика көнөндә асыласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙер баш ҡалынң был өлөшө тулыһынса үҙгәрәсәк. Мегаполистан көнбайыш райондарға сығыуҙа тотҡарлыҡтар булмаясаҡ.
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе асырға әҙерләнәләр
Тулыраҡ: Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе асырға әҙерләнәләр