Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙамға быйыл республика бюджетынан миллиард ярым һум аҡса бүленә. Айырым иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына. Улар балалар баҡсаларына сиратһыҙ урынлаштырыла, ашатыу ҙа бушлай, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡайнар аш, лагерь-шифаханаларға юллама менән тәьмин ителә. Шулай уҡ, 23 йәшкә тиклемге студент балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Ғаиләләргә психологик һәм консультацион ярҙам да мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Саралар иҫәбендә, шулай уҡ, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн коммуналь түләүҙән азат итеү, республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге лә бар.
Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам
Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам