Өфөләге биш ҡатлы йорттарҙың береһендә тиҫтә йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән ярыҡҡа белгестәр биргән “хәүефе юҡ” тигән баһа менән фатир хужалары риза түгел. Ваҡиға урынында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышты. Валентина Ивановнаның ыҡсым бөхтә фатиры иң өҫкө, бишенсе ҡатта. Стенаның сатнаған урынын ул йыл да һылап, буяп, обой йәбештереп төҙәтеп, йәшереп тора. Ярыҡ ҡына бирешмәй, хәҙер түшәмдән үҙенә юл һалған. Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы дүртенсе йорттоң стенаһы сатнай башлауын фатир хужалары беренсе ҡаттағы фатирҙарҙы офис итеп ҡора башлаған мәл менән бәйләй. Йүнселдәр майҙан киңәйтеү менән мауығып терәк стеналарҙы боҙоп ташлаған, тип фаразлайҙар. Подъезд иҙәнендәге ярыҡ та, ярҙамсы бүлмә иҙәненең ярты метр самаһы түбән төшөүе лә ошо фаразды раҫлай. Сатнаған иҙәнде йыш ямауҙан ҡалҡыулыҡ барлыҡҡа килһә, баҫҡыс яғынан сатнаған ергә йыл һайын, тигәндәй, маяҡтар ҡуйыла, ти йортҡа сағыштырмаса яңы күскән Азамат Гәрәев. Тик уларҙың файҙаһы самалы, ярыҡта ел уйнап тора.Йорттоң йәшәйешен тәьмин итеүсе идара компанияһы ярыҡ стена тураһында хәбәрҙар. Милек хужалары сара күреүҙе үтенеп коллектив хаттар яҙып тора. Кешеләр стена ярылып йорт бөтөнләй емерелер, тип ҡурҡа. Торлаҡ хеҙмәтләндереүселәр стенаның бары эске яғы сатнаған, шуға тотош йорт емерелеү хәүефе юҡ, ти белдерә, ә фатир биләмәһендәге төҙөкһөҙлөктәрҙе бөтөрөү — милек хужаларының эше. Һөнәри белем нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарар менән килешмәй ярамай. Тик стенаның ерҙән башлап бишенсе ҡатҡа тиклем сатнағанын көн дә үҙ күҙе менән күргән кешеләрҙең фекере менән ни эшләргә. Халҡыбыҙҙың “Шығырлауыҡ ағас ҡырҡ йыл ултырыр” тигән мәҡәлен иҫкә алып, ярыҡ стенаға ҡарамай тынысланаһы ла, бәхетле осраҡҡа ышанаһы ғына ҡала.
Сатнаған стена кемгә ҡамасаулай
Сатнаған стена кемгә ҡамасаулай






