Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы артефакттарҙың тәүге тактиль күргәҙмәһе эшләне. Ул Ленинград блокадаһын өҙөүгә 80 йыл тулыуға арналды. Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар тураһында беҙҙең хәбәрсебеҙ әҙерләгән сюжетта.Күргәҙмә һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында урын алған. Әлегә, был донъяла Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы табылдыҡтарҙың тактиль беренсе күргәҙмәһе. Уны ойоштороуҙа Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй бүлексәһе вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Эҙәрмәндәр отряды Ленинград өлкәһендә яу урындарына барып, артефакттар эҙләгән. Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар Санкт-Петербург ҡалаһынан бер-нисә саҡырым алыҫлыҡтағы һаҙлыҡтарҙа табылған. Экспонаттар араһында пуля менән яраланған һалдат каскалары, ҡаҙанлыҡтар, ҡалаҡтар, гранаталар ҡалдыҡтары, сапер көрәге, пулемёт дискылары бар.900 көнгә һуҙылған Ленинград блокадаһы халыҡ өсөн ғәйәт ҙур һынауға әйләнә һәм уның хәтерендә әле лә оло яра булып һаҡлана. Блокада ваҡытында Ленинградта йәшәүсе халыҡҡа ла, ҡаланы һаҡлаусы яугирҙәргә лә ла ауыр һынауҙар аша үтҽргә тура килә. Ошо ауыр йылдарҙы һүрәтләгән был күргәҙмә әлегә үҙ эшен туҡтатты. Ул уҡыусыларҙың йәйге каникулдары ваҡытында йәнә үҙ эшен дауам итәсәк.
Тактиль күргәҙмә
Тактиль күргәҙмә