Өфөлә студенттар кампусының тәүге сираты йыл аҙағына төҙөлөп бөтәсәк

Өфөлә студенттар кампусының тәүге сираты йыл аҙағына төҙөлөп бөтәсәк

Был турала республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Кампус тулыһынса 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Закир шәрипов репортажы. Быйыл Башҡортостан бюджетында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 1 миллиард 500 миллион һум ҡаралған. Ярҙамдың күп өлөшө белем биреү тармағы өсөн йүнәлтелә. Төп иғтибар балаларға һәм үҫмерҙәргә. Мәҫәлән, ғинуарға ҡарата республикала хәрбиҙәрҙең 2 мең 600 сабыйы бушлай балалар баҡсаһына йөрөгән. Уҡыусылар һәм студенттарҙың төрлө ташламаға хоҡуғы бар.Халыҡтың проблемалары шул уҡ ҡала. Кешеләрҙе йорттарға һәм фатирҙарға йылы биреү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу, йорт ихаталарының торошо борсой. Уҙған аҙнала социаль селтәрҙә һәм аралашыу сараларында мәктәпкә саңғы алып килмәгән бала тураһында хәбәр таралды. Физик культура уҡытыусыһы дәрескә спорт инвентарһыҙ килгән уҡыусыға ике ҡуйып ҡайтарған. Был мәсьәлә хөкүмәт ултырышына ла сығарылды.Башҡортостанда коронавирус һәм грипп менән сирләүселәр кәмемәй. Уҙған аҙнала киреһенсә 20 процентҡа артҡан. Хәл ҡатмарлы булып ҡала. Хөкүмәт ағзалары ковид-госпиталдәр эшмәкәрлегенә лә иғтибар йүнәлтте.Сит дәүләттәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергән осорҙа иҡтисад, сәнәғәт һәм баҙар мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала. Министрҙар 2022 йылда ҡулланыусылар баҙары үҫешенә йомғаҡ яһап, ағымдағыһына маҡсаттар билдәләне. Башҡортостанда тауар һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда ныҡ күтәрелмәгән, тип билдәләне Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры. Радий Хәбиров Башҡортостанға Башлыҡ булып эшкә килгәс, бөтә мәктәптәргә интернет үткәрергә ҡушҡайны. Бынан тыш, республика юлдарында, бигерәк тә Белорет районында тулыһынса элемтә бәйләнеше булдырыу бурысы ҡуйҙы. Был йәһәттән төбәктә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Башҡортостан тирәләй ҡош һәм малдарға бәйле эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. Уҙған йылда Рәсәйҙә 141 урында ссусҡа киҙеүе асыҡланған. Беҙҙә Стәрлетамаҡ районында теркәлде. Ә республикала 560 меңдән ашыу сусҡа иҫәпләнә. Ҡош киҙеүе лә тиҙ тарала. Бигерәк тә яҡын ғына урынлашҡан Һарытау, Һамар өлкәләрендә сир усаҡтары тоҡана. Быйылдан пенсия фонды һәм социаль страховкалау фонды берләштерелеп, хәҙер Рәсәй социаль фонды тип атала. Пенсия, бөтә социаль түләүҙәр менән яңы ведомство шөғөлләнә. Шул иҫәптән 17 йәшкәсә балалары булған ғаиләләргә бирелгән берҙәм пособие улар ҡарамағында. Оператив кәңәшмәлә юлдарҙағы хәл, янғындар, фәжиғәләр, сауҙа өлкәһендәге проблемалар тикшерелде. Һәр ведомство башлығы доклад менән сығыш яһағандан һуң, Премьер-министр уларға аныҡ бурыс-маҡсаттар билдәләнде.