Рәсәй тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Өфөләге автобустар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһын шәхси күҙәтеүгә алды. Башҡала маршруттарын хеҙмәтләндергән автобустар дүшәмбе Цюрупа менән Достоевский урамдары киҫелешендә бәрелеште. Һигеҙ кеше тән йәрәхәте алды һәм бер тарихи бина ҡаза күрҙе. Ваҡиға тураһында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева.Ҡатын-ҡыҙ ярылған иренен ҡульяулыҡ менән баҫа, ирҙәр туҡтауһыҙ тәмәке тартып тынысланырға тырыша. Фажиғә урынында был кадрҙарҙы шаһиттар төшөрөп алған. Пассажирҙарҙың күбеһе нимә булғанын аңлап та өлгөрмәгән. Өфө үҙәгенең был урам сатында юл-транспорт ваҡиғалары осрамаған йыл һирәк. Автобустар төкәлешкән мәлде бер нисә камера теркәгән. Яҙмаларҙан күренеүенсә, Достоевский урамынан килгән «ЛОТОС» сатрашҡа сыҡҡан мәлдә Цюрупа урамында хәрәкәт башлана. Ҙур тиҙлек менән боролошҡа ингән автобус менән бәрелеште кисектерергә маташҡан Нефаз туҡтап өлгөрмәй. Пассажир ташыусы шәхси компания «ЛОТОСы» архитектура ҡомартҡыһы тип танылған Якушевтар йортона һуғыла. Ошо уҡ юлдан килгән өсөнсө автобус пассажирҙары бәхетле осраҡ менән фажиғәғә тарымай. Ошо мәлдә тротуарҙан килгән йәйәүле өсөн дә һөйөнәһе генә ҡала. Юл-транспорт ваҡиғаһы ғәйепле водитель машинаһындағы регистратор камераһына ла төшкән. Ошо кадрҙарҙың барыһын әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ентекләп тикшерә. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң кисектермәй тикшереү эштәрен тәфтиш комитеты менән прокурорҙар ҙа башланы. Нефаз маркалы автобусты хеҙмәтләндергән “Башавтотранс” предприятиеһы ла эш урынында тикшереү үткәргән. Улар аварияла “Лотос” менән идара иткән шәхси пассажир ташыусы компания водителе ғәйепле, тип иҫәпләй. Йәмәғәт транспортындағы ғәҙәттән тыш хәлгә башҡаланың автобус пассажирҙары ла үҙ фекерен белдерә. Күпселек водителдәрҙең ашығыс йөрөүе, ҡапыл тормозға баҫып пассажирҙарҙы хәүеф аҫтына ҡуйыуын билдәләй. Ҡыҙыу юл ярыштарына видеокүҙәтеү камералары ла ҡамасауламай. Йүнселдәрҙе юл ҡағиҙәләрен боҙорға нимә мәжбүр итә, тигән һорау асыҡ ҡалһа Башҡортостан мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау идаралығы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән архитектура һәйкәле тергеҙеләсәк, тип хәбәр итә. Бының өсөн фәнни-проект документтар әҙерләргә һәм экспертиза яһарға кәрәк. Сығымдарҙы аварияла ғәйепле яҡ күтәрһә ғәҙел булыр ине.
Автобуста уҙыштар ҡасан туҡтар?
Автобуста уҙыштар ҡасан туҡтар?