Херсон өлкәһенән ветеранды Салауат районында ғаиләгә алғандар

Херсон өлкәһенән ветеранды Салауат районында ғаиләгә алғандар

Республикала өлкән йәштәгеләрҙе ҡарауға алыу социаль программаһы 6 йыл тормошҡа ашырыла. Яңғыҙ ҡалған олатай-өләсәйҙәр, инвалидтар ошо рәүешле ғаилә йылыһы таба. Теманы Сәлимә Исламова дауам итә.Кәмендә 30 тапҡыр сүкәйә, ҡул суҡтарын 100 ҡабат асып йома һәм 100 аҙым... Былар барыһы ла Дәүлий олатай көн һайын иртән 1 сәғәт эшләгән күнегеүҙәр. Уға 93 йәш тип кем әйтер. Был 50 йыл элек табип тәҡдим иткән күнегеүҙәр, шунан бирле туҡтағаным юҡ, ти Дәүлий Ғилманович.Дәүлий Әһлиулин хеҙмәт ветераны. Әммә уға Бөйөк ватан һуғышының яу яланында ла булырға тура килә. 41 йыл, Львов ҡалаһына аттар ҡыуырға кәрәк. Малҡайҙар 14 йәшлек Дәүлийҙе генә тыңлай. Етәкселек оҙаҡ уйламай, үҫмер малайға аттарҙы оҙатырға рөхсәт бирә. Шулай ул һуғышҡа барып эләгә. Дошман пуляһынан яра эҙе үҙен һаман хәтерләтә.Бер ай тигәндә әйләнеп ҡайта егет. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәткә баҫып ил буйлап төрлө объекттар, шахталар төҙөй. Һәр өлкәлә 5-8 йыллыҡ төҙөү эштәре алып барыла. Отставкаға сыҡҡас Әһлиуллиндар ғаиләһенә Херсон өлкәһендә фатир тәҡдим итәләр. Шулай итеп 82-се йылдан Херсон өлкәһендә төпләнә. 2022 йылдың майында тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Таймый ауылындағы атай йортоноң хәҙер диуарҙары ғына ҡалған. Дәүлий олатайҙы ағайының улы Валерий үҙҙәренә саҡыра. Бер аҙ документтар менән ҡытыршылыҡтар була. Әле пенсияһын ала башламаған. Әммә барыһы ла яйға һалыныр, тип өмөт итә улар.Иң мөһиме Дәүлий олатай Әһлиуллин тыныслыҡ тапҡан. Китаптар уҡырға ярата. Хужалыҡта ла файҙалы булырға тырыша. Хужалар сыҡҡансы тауыҡтарҙы ашатып, ҡарҙы ла көрәп ҡуя. Ғаиләгә килеп ингән олатай үҙен ышаныслыраҡ тоя, сөнки эргәһендә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ йәш туғандары бар. Республикабыҙҙа өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу программаһы 6 йыл тирәһе тормошҡа ашырыла. Әһлиуллиндарға ла хакимиәт ошо программа менән ҡулланырға кәңәш итә.Программаның төп маҡсаты – ололарҙың көнкүреш сифатын яҡшыртыу, яңғыҙ ҡалдырмау, тейешле тәрбиә күрһәтеү.2017 йылдан алып Башҡортостанда ғына 300-ҙән ашыу өлкән кеше ғаиләгә алынған. Программала ҡатнашырға теләүселәр Республиканың Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.