Төньяҡ амурҙары Мәскәүҙә

Төньяҡ амурҙары Мәскәүҙә

Мәскәүҙә Кино йортонда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы. Унда күп ғаиләләр балалары менән килгәйне. Премьераны абруйлы ҡунаҡтар, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре лә ҡараны. Йәнһүрәтте Өфөнөң «Муха» студияһы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөргән. Бер сәғәтлек фильм тамашасылар өсөн бер тынала үтеп китте, зал көслө алҡыштарға күмелде. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалия тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте – үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиләү өсөн шәп ҡулланма. «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен федераль прокатҡа май аҙағында сығарыу күҙаллана.