Республикала матур йолаға әүерелгән конкурс быйыл 16-сы тапҡыр үтһә, йәш умартасылар 10-сы бәйгеһенә йыйылды. Конкурста умартасылар үҙ оҫталығын күрһәтер генә түгел, ә тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыр, тәжрибә уртаҡлашыр өсөн ҡатнаша.
Башҡортостандың 46 районынан 60 умартасы, 27 районынан 30 йәш умартасы. Ҡариҙел районынан Виленә Әкрәмова был ярыштарҙа икенсе тапҡыр ҡатнаша. Ғаиләбеҙ умартасылыҡ менән һөнәри шөғөлләнмәй, ти ул. Әммә бал ҡорто тотҡан һәр кем был бөжәктәр тураһында белемен камиллаштырып торһа яҡшы, тигән фекерҙә.Баһалама ағзалары ғәмәли эшмәкәрлек өлгөләренә талапсан ҡарай. Был юлы егеттәр һәм ҡыҙҙар умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ысулдарын күрһәтте.Иң оҫта умартасы дәрәжәһен яулау өсөн ғәмәли эш һөҙөмтәһе менән бер рәттән теоретик әҙерлекте лә дәлилләргә кәрәк. Был белем дәреслектәрҙән генә түгел, шәхси тәжрибәнән дә туплана.Конкурстың быйыл унынсы тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан йәш умартасыларға алдына ҡуйылған бурыстар ҡабатланмай. Беҙҙең өсөн ике бер төрлө йыл юҡ, ти умартасылар. Шуға улар һәр йәйҙең яңы үҙенсәлектәренә әҙер булырға тырыша. Бал ҡорто өсөн ҡаты һәм ҡатмарлы килгән быйылғы кеүек йәйҙе хәтерләмәйем, ти Ейәнсура районын килгән Фуат Толомбаев. Ул йәш умартасылар конкурсының ғәмәли өлөшө баһаламаһы ағзаһы.Ярыштар республикала киң таралған кәсеп менән шөғөлләнеүселәр өсөн мөһим мәғлүмәт һәм тәжрибә сығанағы. Умартасылар бында үҙ-ара аралашып ҡына ҡалмай, белгестәр, ғалимдар менән осрашып тармаҡтың иң борслулы мәсьәләләрен күтәрә. Кәңәшмә был юлы бал ҡорто күсе ауырыуҙарын асыҡлау һәм уларҙы дауалауҙың заманса сараларына арналды