Мобилизацияланған һалдаттарҙы, республиканың батальондарына ирекмән булып ҡушылған яугирҙарға Башҡортостан ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Хәрби әҙерлек урындарына һәм алдынғы һыҙҙаттарға даими гуманитар ылауҙар оҙатылып тора. Һалдаттарҙың төп хәрби обмундированиелары булһа ла, өҫтәмә экипировка һәм амуниция, заманса техник ҡоролмалар талап ителә. Башҡортостан башлығы указы менән республика хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәттәрен туплап, улар нигеҙендәге һатып алыуҙарҙы финанслай.
Һәр хәрби иғтибар үҙәгендә
Һәр хәрби иғтибар үҙәгендә