Рәсәйҙә 1943-сө йылда Сталинград янында немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеү көнө киң билдәләнде. Ҡала өсөн алыштарҙа 700 мең самаһы һалдат һәләк була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле-совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Дошманды еңеүгә Башҡортостан яугирҙары ла тос өлөш индерә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап шунан башлана. Иҫтәлекле көн уңайынан Өфө тарихи паркында Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Ундағы экспонаттарҙы хәбәрсебеҙ Рәлиә Ғөбәйҙуллина барып күрҙе.«Сталинград – Еңеү тарихы» - проекты ил бойондороҡһоҙлоғо, уның киләсәге өсөн көрәштә совет халҡының ҡаһарманлыҡ символына әйләнгән ҡалаға арналған бөтә Рәсәй күргәҙмә проекты. Сталинград ҡалаһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү илебеҙ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған күргәҙмәне Өфөләге “Рәсәй-минең тарихым” паркы менән берлектә Волгоград ҡалаһының Сталинград һуғышы музей-ҡурсаулығы, гуманитар проекттар фонды һәм тарихи парктар ассоциацияһы ойошторған. Мультимедиялы күргәҙмәлә заманса карталар, үҙенсәлекле видеохроника, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың көндәлектәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә сиктәрендә лекциялар уҡыласаҡ, йәштәр өсөн интерактив дәрестәр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ бөйөк Ватан һуғышы, фашистарҙың йыртҡыслығы тураһында кинолар ҙа күрһәтеү ҡарала. «Сталинград – Еңеү тарихы» күргәҙмәһе 23 февралгә тиклем дауам итә.
Сталинград – Еңеү тарихы»
Сталинград – Еңеү тарихы»