Ҡыҙыл паша – йәнә Өфө сәхнәһендә

Ҡыҙыл паша – йәнә Өфө сәхнәһендә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа арналған спектаклдең премьераһы уҙҙы. 40 йыл элек тәүге тапҡыр сәхнәгә сығарылған “Ҡыҙыл паша” спектакле ниндәй үҙгәрештәр кисергән һәм заман тамашасыһы уны нисек ҡабул иткән? Хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева белеште.Йәш “Кәрим Хәкимов”ты тамашасылар тәүгә күрә. 1982 йылда ҡуйылған "Ҡыҙыл паша”ла уның бала-сағы бөтөнләй сағылдырылмай. Шуға был юлы режиссер спектаклде егеттең тыуып үҫкән ере — Бишбүләк районының Дүсән ауылынан башлай.Спектакль Нәжип Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша” әҫәренә нигеҙләнеп, әммә Кәрим Хәкимов тураһында билдәле булған яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырылып сәхнәләштерелгән. Хатта театр фойеһында дипломаттың тыуған яғы — Бишбүләк районының Дүсән ауылындағы мемориаль музейы тарафынан "Кәрим Хәкимов — Кремлдең ғәрәп вәзире" күргәҙмәһе ойошторолған. Экспозицияла уның шәхси әйберҙәрен, фотоматериалдар, документтар, шулай уҡ, дипломатҡа арналған китапты ла күрергә мөмкин ине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре мәлендә музей менән яҡындан танышып, "Ҡыҙыл паша" спектаклен ҡабаттан сәхнәгә ҡуйырға тәҡдим иткәйне.Уның яҙмышы – 20-се быуат башында йәшәгән бихисап шәхестәрҙеке кеүек, данлы ла, фажиғәле лә. Киң белемле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең яҡын дуҫы, йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовтың ролен талантлы актер Азат Вәлитов башҡара.Спектакль Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ҡайтарылған исемдәр проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде. Ижади төркөм республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын да сағыу тамаша аша күренекле яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы менән таныштырырға теләй.