Ғаилә менән музейға

Тулыраҡ: Ғаилә менән музейға

Республиканың Хәрби дан музейында хәҙер тарих менән танышырға ғына түгел, үҙеңде һынап та ҡарарға мөмкин. “Ғаилә менән музейға” тип аталған уйын-сәйәхәттә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала. Акция август аҙағынаса дауам итә. Ғафаровтар балаларын Стәрлетамаҡ районынан йәйге каникул мәлендә башҡала менән таныштырырға алып килгән. Ғаиләлә өлкәне лә, кесеһе лә тарих менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла улар музейҙарға йыш йөрөй. Ә Хәрби дан музейында “Ғаилә менән музейға” тип аталған уйын-сәйәхәт үткәрелгәнен ишеткәс, мотлаҡ ҡатнашырға теләк белдергән. Уйындың төп темаһы Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған. Һорауҙарға яуаптар музейҙағы экспозицияларҙа йәшенгән. Экскурсия ваҡытында уларҙы иғтибар менән ҡараһаң, яуаптарҙы еңел генә табырға мөмкин. Ғаилә башлығы Рөстәм Ғафаровтың олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ветеран һөйләгән хәтирәләрҙе иҫтә ҡалдырып, хәҙер ул үҙенең балаларына еткерә. Был мауыҡтырғыс уйында бөтә ғаилә менән ҡатнашыу балалар менән ата-әсә араһында яҡшы мөнәсәббәт тыуҙыра. Өлкәндәр уҡыу йылдарында алған белемен иҫенә төшөрә, ә балалар мәктәпкә тиклем мәғлүмәт туплай. Һорауҙар еңел, әммә тарихта булған ваҡиғаларҙы, мөһим даталарҙы иҫтә ҡалдырырға нығыраҡ ярҙам итә. Уйын-сәйәхәт август аҙағынаса үткәрелә. Унда теләгән һәр кем ҡатнашып, тарих өлкәһендә үҙен һынай ала. Һорауҙарға дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларға музейҙан иҫтәлекле бүләк тапшырыла.