Торлаҡ төҙөлөшө күләмен дүрт миллион квадрат метрға еткереү, иген йыйып алыу күрһәткесен биш миллион кимәлендә нығытыу маҡсаттары тәү сиратта ер мәсьәләһенә бәйле. Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһында 2022 йыл йомғаҡтарын баһалап Радий Хәбиров ведомство алдында яңы бурыстар ҡуйҙы. Йылды республика лайыҡлы тамамланы, иҡтисадты ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылманы, социаль бурыстар үтәлде, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Берҙәм бюджет килемдәре 330 миллиард һумдан ашҡан, һалым һәм һалымдан алынмаған иғәнәләр 14,2 процентҡа артҡан. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы тырышлығы менән бюджет 13 миллиард ярым һумға тулыланған. Республика башлығы ведомство хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырылды. 2023 йылда министрлыҡ ауыл хужалығы ерҙәрен инвентаризациялап, файҙаланылмаған 165 мең гектарҙы әйләнешкә алыу, төҙөлөш һәм инвестициялар өсөн ер биләмәләрен ваҡытында теркәү, эшмәкәрлекте цифра форматына күсереүҙе дауам итеү һәм дәүләт кадастр баһаһын биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһыда йөкләмәләр алды.
Республика башлығы аныҡ бурыстар ҡуя
Республика башлығы аныҡ бурыстар ҡуя