2022 йыл Башҡортостан өсөн йәнә бер рекорд менән тарихта ҡала

2022 йыл Башҡортостан өсөн йәнә бер рекорд менән тарихта ҡала

Уҙған йыл төбәктә бығаса булмаған күләмдә торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. 3 миллион 62 мең квадрат метр. Төҙөлөштәге рекорд һәм уның сәбәптәре хаҡында Альбина Зәйнетдинова.Бер–нисә йыл элек ошо ерҙә заманса биҫтә ҡалҡып сығыр тип бер кем дә уйламағандыр. Затон менән Өфөнө тоташтырыусы биләмәлә Затон Көнсығыш биҫтәһе төҙөлә. Эш Ленин районында ғына түгел, Өфөлә, тотош республикала йәшен тиҙлеге менән бара. Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү буйынса яңы рекорд ҡуйылды. 2011 йыл күрһәткесе менән саҡыштырғанда былтыр 5,4 процентҡа күберәк торлаҡ төҙөлгән. Бындай күрһәткестәргә өлгәшеүҙә республикала эшләп килгән федераль программаларҙың әһәмиәте юғары. Затон Көнсығыш биҫтәһендә генә Стимул программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем 4 км-ҙан ашыу юл һалыу ҡаралған. Эш төҙөлөш менән параллель алып барыла. Быйыл биҫтәнең бер-нисә кварталы яңы түшәмле буласаҡ. Затон Көнсығыш проекты 2027 йылға тиклем тәғәйен. Йыл башынан алып ҡына бында 100 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Биләмәлә 1225 уҡыусыға тәғәйен мәктәп тә төҙөлә. Төбәктә шәхси төҙөлөш тә үҙ рекордтарын ҡуя. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, сафҡа индерелгән торлаҡтың 1 млн 922 мең квадрат метры шәхси төҙөүселәргә тура килә. Был 2021 йылға ҡарағанда 8 процентҡа күберәк. Дәүләттең төҙөлөш тармағына ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә 2022 йыл Башҡортостан тарихында сафҡа индерелгән торлаҡ темпы буйынса иң яҡшыһы булды. Киләсәккә бурыстар тағы ла юғарыраҡ. Ил етәксеһе Владимир Путин 2030 йылда торлаҡ төҙөлөшө күләмен 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысын ҡуйҙы.