Батырға ла ял кәрәк

Батырға ла ял кәрәк

Башҡортостан хәрбиҙәре бер аҙ ял итеп алғандан һуң киренән махсус хәрби операцияға юлланды. Шайморатов һәм Достовалов исемендәге ирекле батальон яугирҙарын яҡындары һәм беҙҙең хәбәрселәр оҙатып ҡалды.Шайморатов һәм Достовалов исемендәге ирекле батальон яугирҙары 10 көн самаһы ял итте. Ошо арала улар барлыҡ туғандары менән осрашып ҡалырға тырышҡан. Ә берәүһе хатта бөтә Башҡортостанды урап сыҡҡан тиерлек. Шайморатов һәм Достовалов батальоны яугирҙәре хеҙмәттәштәре өсөн яҡындары тапшырған күстәнәстәрҙе лә алып бара. Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының бүлексәләрендә йыйылған посылкалар ебәрелде. Оҙатыусылар араһында хәрбиҙәрҙең туғандарынан тыш, быға тиклем хеҙмәт итеп ҡайтҡандар һәм яраланып, әле реабилитация үткәндәр ҙә бар ине.Донбасс яҡын ара түгел. Юлда автобус бер-нисә урында туҡтап, хәрбиҙәр туҡланып аласаҡ. Кире иһә ул буш ҡайтмаясаҡ. Тимәк тағы бер-нисә ғаиләне осрашыу ҡыуанысы көтә.Башҡортостанда ойошторолған 3 батальон хәрбиҙәренә ярты йыл һайын 200 мең һум түләнә. Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйғайны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар түләү менән ваҡытында тәьмин ителергә тейеш. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы ирекле батальон ағзаларына аҡсаны еткереү мәсьәләһен контролгә алырға ҡушты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тәртип кенә түгел, эмоциональ мәғәнәгә эйә, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ул махсус хәрби операциялағы яҡташтарҙың үтенесен кисектермәй үтәргә ҡушты. Үткән аҙналағы осрашыуҙа командирҙарҙың береһе хәрбиҙәрҙең бихисап мөрәжәғәтен тапшырған. Башҡортостандан оҙатылған иң ҙур гуманитар конвой февраль башында яу биләмәһенә барып еткән. Мобилизацияланған һалдаттарға тәғәйен ярҙам бөгөнгә составы һәм һаны буйынса иң ҙуры тип баһаланды. Мобилизацияланған һалдаттарҙы, республиканың батальондарына ирекмән булып ҡушылған яугирҙарға Башҡортостан ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Хәрби әҙерлек урындарына һәм алдынғы һыҙҙаттарға даими гуманитар ылауҙар оҙатылып тора. Һалдаттарҙың төп хәрби обмундированиелары булһа ла, өҫтәмә экипировка һәм амуниция, заманса техник ҡоролмалар талап ителә. За кадром. Башҡортостан башлығы указы менән республика хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәттәрен туплап, улар нигеҙендәге һатып алыуҙарҙы финанслай.