Йырлап асыла күңел

Йырлап асыла күңел

Илдең Оборона министрлығы бойороғо менән 2022 йылдың ноябрендә тәүге ижади бригадалар төҙөлгәйне. Уның составына мобилизацияланған артистар һәм ирекмәндәр инде. Уларҙың араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Башҡортостан һалдаттарының дислокация урынына барған видеояҙма интернет селтәрҙәрендә тиҙ тарала. Көҙөн генә Фларид Бирғәлин, Илнур Сәфәров һәм Әлфир Заманов үҙ сығыштары менән Сибай тамашасыларын ҡыуандырһа, хәҙер иһә улар йырҙары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы дуҫтарына рух күтәренкелеге бирә.Махсус хәрби операцияла ижади бригадалар йырсыларынан башҡа, рәссамдар, драма актерҙары, хатта цирк артистары ла бар. Махсус хәрби операция зонаһында ике ижади бригада бар. Унда илдең төрлө төбәктәренән сәнғәт оҫталары яугирҙарҙың рухын нығыта. Бынан тыш, уларҙың тағы бер мөһим эше бар: ошо тарихтың йылъяҙмаһында эҙ ҡалдырасаҡ армия фольклорын йыйыу.