Ҡоралды-ҡуртымға

Ҡоралды-ҡуртымға

Башҡортостанда һунар ҡоралын һәм уның патрондарын башҡа граждандарға ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырыу өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәр билдәләгән республика законы ҡабул ителә. Ҡорал һәм патрондар хужаһы уларҙы һунарсы билеты һәм махсус рөхсәт ҡағыҙы булған һунарсыларға ғына бирергә хоҡуҡлы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың киләһе пленар ултырышында ҡараласаҡ закон проектында билдәләнеүенсә, мылтығы булмаған, ләкин һунарсы билетын алған граждандар ҙа ҡорал менән ваҡытлыса файҙаланырға мөмкин. Уларға рөхсәт документының яңы төрө – ҡоралды һаҡлау хоҡуғынан тыш, уны йөрөтөү һәм ҡулланыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы бирелә. Бындай рөхсәтте Росгвардиянан һәм уның территориаль органдарынан биш йылға бер тапҡыр алырға мөмкин. Закон 2023 йылдың 15 июленән ғәмәлгә инергә тейеш.