Башҡортостанда Волга буйы федераль округында тиңе булмаған көрәш үҙәге асылды. Өфө уртаһында урынлашҡан залдың майҙаны 800 квадрат метр. Бында ирекле көрәш һәм грэпплинг менән шөғөлләнеү өсөн етешәр балаҫ йәйелгән. Улар “Социаль заказ” программаһы буйынса һатып алынған. Иң яҡшы 8 тренер йәлеп ителгән, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көрәш менән шөғөлләнһен өсөн шарттар булдырылған, заманса тренажер залы бар, яңы ҡорамалдар ҡулланылған. Яңы үҙәкте асыуға республика етәкселеге ҙур ярҙам күрһәткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объекттың мөмкинлектәре менән танышты.
Башҡортостанда көрәш үҙәге асылды
Башҡортостанда көрәш үҙәге асылды