Башҡорт энциклопедияһына» - 30

Башҡорт энциклопедияһына» - 30

Ышан, әммә тикшер. Был энциклопедистар хаҡында. Улар һәр мәғлүмәтте ентекле тикшереп киң йәмәғәтселеккә сығарыусылар. «Башҡорт энциклопедияһы» 30 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан төрлө саралар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. 1993 йылда барлыҡҡа килгән ойошма тәүҙә нәшриәт, аҙаҡ ғилми ойошма булараҡ эшләй. Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң беренселәрҙән булып Башҡортостан республикаһының ҡыҫҡа энциклопедияһын сығара. Дәүләт автономиялы фән учереждениеһы ойошторолғандан алып 38 томда 26 исемле энциклопедия, 8 баҫмаһы электрон күсермәлә, 22 һүҙлек- белешмә баҫтырылған. 2020 йылда төбәктә «Башҡортостан» интерактив энциклопедия порталы эшләй башланы. Ул «Башҡорт энциклопедияһы» күптомлығының рус һәм башҡорт телендәге электрон ысулы. Порталға кәмендә донъяның 200-ләгән иленән инеп мәғлүмәт алалар. Фән йәмәғәтселеге мәғлүмәт туплап сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. 30 йыл эсендә 800-ҙән артыҡ автор энциклопедия төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән. Бөгөн «Башҡорт энциклопедияһы» башҡа төбәктәр өсөн өлгө. Киләсәктә Башҡорттар, Салауат районы энциклопедияһы, Кәрим Хәкимовҡа һәм М.Шайморатовҡа бағышланған баҫмалар сығыуы көтөлә.