Башҡортостан йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовты иҫкә алды

Башҡортостан йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовты иҫкә алды

Башҡортостан йәмәғәтселеге Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙуллы улы Рәхимовты иҫкә алды. Уға 89 йәш тулған булыр ине. Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың тыуған көнөндә мәрхүмдең ҡәберенә сәскәләр һалды. Хәтер сараһында Башҡортостан башлығы Республиканың беренсе президентының исемен мәңгеләштереү тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығының указ проектында Өфөлә яңы урамдарҙың береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен бирергә ҡарар ителгән. Документта ҡаралған саралар тураһында Радий Хәбиров мәрхүмдең ғаиләһе һәм яҡындары менән кәңәшләшергә тәҡдим итте. Мортаза Рәхимовтың ҡәберендәге һәйкәл тураһындағы ҡарар ҙа берҙәм ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһына Мортаза Рәхимов исемен ҡушырға тәҡдим ителә. Башҡортостандың тәүге президентының тыуған көнөндә уны хәтергә алырға һәм ҡәберенә сәскәләр һалырға бик күп кеше килде.