2022 йылда прокурорҙар ярҙамы менән Башҡортостанда 823 миллион һумлыҡ хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар түләнгән. Яуапһыҙ эш биреүселәргә ҡарата 33 енәйәт эше асылған. Табиптарҙың бушлай медикаменттар алыуға рецепт яҙмаған законһыҙ эшмәкәрлеге иҫкәртелгән. Һөҙөмтәлә ведомство белгестәре ҡатнашлығында 625 инвалид-бала тейешле дарыуҙар менән тәьмин ителгән. 900-ҙән ашыу етем бала тейешле торлағын алған. Прокурорҙар ҡарауында алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән. Ике йыл эсендә проблемалы йорттар өс тапҡырға кәмегән – 127-нән хәҙер 39 ҡалған. Енәйәт эштәре судҡа еткерелгән һәм 1 мең гражданға 1 миллиард 700 миллион һумлыҡ зыян күләме ҡайтарылған. Ошо турала Башҡортостан Прокуратураһының 2022 йылға арналған коллегияһында иғлан ителде. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашты.
Республика башлығы прокурорҙар алдында яңы бурыстар ҡуя
Республика башлығы прокурорҙар алдында яңы бурыстар ҡуя