Күмәк эш берләштерә

Күмәк эш берләштерә

Өфөлә ирекмәндәрҙең бер төркөмө республиканан мобилизияланғандарға ярҙам күрһәтә. Әүҙем ҡала халҡы махсус хәрби операцияға бөтә ерҙән дә үтә алырлыҡ техника ла ебәрә. Әлеге мәлдә сираттағы УАЗ автомобиле әҙерләнә. Ҡасандыр был машинала полиция хеҙмәткәрҙәре йөрөгән. Оҙаҡламай ул махсус хәрби операцияла ҡатшашыусы хәрбиҙәргә тапшырыласаҡ. Бының өсөн УАЗ автомобиле тулыһынса техник тикшереү үтә, туҙған деталдәр алмаштырыла, кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыла.Ремонт эштәренән һуң, бөтә ерҙән дә үтергә һәләтле автомобиль махсус төҫкә буяласаҡ. Николай Думчев башҡа ирекмәндәр менән ҡушылып, октябрь айынан уҡ мобилизацияланған һалдаттарға ярҙам итә. “Иптәштәр” тип исемләнгән ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операция барған биләмәләргә дүртенсе УАЗ машинаһын оҙата инде.Ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Илдар Рамаҙанов шәхсән үҙе ике тапҡыр Донбасҡа гуманитар ярҙамды алып барырға ярҙам иткән. Техниканан тыш, һалдаттарға посылкалар ҙа ебәрелә.Ирекмәндәрҙең яҡындары араһында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бар. Шуға улар Башҡортостандан мобилизацияландарҙың туғандары менән бәйләнеш тотоп, һалдаттарҙың конитмешен еңеләйткән, кәрәкле әйберҙәрҙән посылка туплай. “Иптәштәр” ирекмәндәр төркөмө эшенең тағы бер йүнәлеше - хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм Донбастан күсеп килгәндәргә ярҙам итеү. Бигерәк тә, иғтибар үҙәгендә – балалар. Уларҙы бергә туплап төрлө байрамдар ойошторалар.Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан да ирекмәндәр балаларҙың күңелен күреп, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарырға йыйына. Ә был ваҡытҡа тупланған посылкалар менән техника ла яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етергә тейеш.