Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Реклама тураһындағы» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тапшырырға ниәтләй. Закон проекты «граждандарҙы хәрби бурысын үтәүҙән азат итеүгә булышлыҡ күрһәтеү» буйынса хеҙмәттәрҙе рекламалауҙы тыйырға тәҡдим итә.Төрлө коммерция структуралары ҡасып йөрөгәндәргә кәрәкле юридик йәки медицина хеҙмәттәре күрһәтеп, уларға законлы нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡотолорға ярҙам итергә вәғәҙәләй. Закон буйынса, хәрби һәм альтернатив гражданлыҡ хеҙмәтенән баш тартҡан өсөн енәйәт яуаплылығы янай. Хәрби иҫәп буйынса бурыстарын үтәмәгән, медицина тикшереүенән баш тартҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Тейешле хеҙмәттәрҙең рекламаһы граждандарҙы хоҡуҡ боҙоуға этәрә. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы, реклама биреүсегә йәки таратыусыға ҡануниәтте боҙған өсөн административ яуаплылыҡ һәм 2 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф һалыу күҙ уңында тототола, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.
Ҡасып ҡалып булмаясаҡ
Ҡасып ҡалып булмаясаҡ