Рәсәй фәне көнө билдәләнде

Рәсәй фәне көнө билдәләнде

Ошо дата уңайынан беҙҙең хәбәрселәр 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл доценты” һәм йәш ғалимдарға гранттар конкурсында еңеүсе Рәмис Кәримов менән осрашты. Физика-математика фәндәре кандидаты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында фәнни-тикшеренеүҙәр алып бара. Ҡәҙимгесә тормош алып барған ябай кеше ҡара упҡын, йыһан есеменең тартылыу көсө, уның тирәләй яҡтылыҡ нуры хәрәкәте менән, бәлки, ҡыҙыҡһынмайҙыр ҙа. Ә бына үҙен астрофизик, тип танытҡан ғалимды ошо күренештәрҙең тәбиғәтен аңлап кешелек өсөн файҙалы ҡулланыу әмәлен табыу маҡсаты дәртләндерә. Уның эҙләнеү-иҫәпләүҙәре глобаль навигация селтәр сигналдары ярҙамында йыһан физикаһы өсөн төп дәүмәлдәрҙе сикләү ысулын табырға булышлыҡ иткән. Гравитация ғәмәлен артабан тәрәнерәк өйрәнеүҙе Рәмис Кәримов киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй. Ул 40-тан ашыу ғилми эш авторы. Башҡортостан ғалимының ҡаҙаныштары ғилем донъяһында танылыу алған. Бынан тыш Рәмис Хәмит улы 2022 йылда Башҡортостандың йәш ғалимдар өсөн тәғәйен гранттар бәйгеһендә еңеү яулап бер миллион һум аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғилми эшмәкәрлек өсөн бар шарттар булдырылған. Йәш ғалимдарға ярҙам сараларын юғары уҡыу йорто Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә күрһәтә. Фәнни эшмәкәрлек алып барған хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы дәүләт кимәлендә хәстәрләү идеяһын Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан тәүгеләрҙән бойомға ашыра. Ғалимдарға дәүләт ярҙамының икенсе өлөшө иһә – уларҙың ил һәм донъя кимәлендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтеүгә бәйле.Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәү һәм эшләү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бүленгән аҡсаға педагогия университеты быйыл да иҫәп тота. Торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәгән йәнә 10 йәш ғалим менән Рәсәй фәнни үҙәктәрендә стажировка үтергә теләгән 25 уҡытыусы теркәлгән исемлек әҙер.