Үҫеп килгән быуын иңдәренә осар ҡанаттар ҡуйған, һәр уҡыусыһын халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек шәхес итеп тәрбиәләгән остаздарыбыҙ күп республикабыҙҙа. Уларҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Бүләк улы Санъяров. Бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған күренекле шәхес үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҡаршылағанда ла ең һыҙғанып эшен дауам итә. Тыңғы белмәгән оло йөрәкле уҡытыусы, остаз, ғалим, оҫта журналист менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнединова осрашты.Өфөнөң күп профилле һөнәри колледж уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тағы ниндәй дәрестәр шиғыр юлдары, бейеүҙәр, йә талғын ҡурай моңдары менән үрелеп бара? Фәнзил Бүләк улы Санъяров программаны аңлатыуҙа үҙенсәлекле концепция яҡлы. Белемгә ынтылыш тәрбиәләгән, иңдәргә ҡанат ҡуя белгән уҡытыусыға уҡыусы йөрәгенә юл ярыуҙа бөтә алымдар ҙа яҡшы, тигән фекерҙә ул. Уҡыусы алдында бар күңелеңде аса белеу — ысын остазлыҡ билдәһе. Фәнзил Бүләк улы үҙенә һәм уҡыусыларына ҡарата талапсан, ғәҙел, тынғыһыҙ, халҡы, милләте өсөн янып йәшәгән педагог. Ошо сифаттары өсөн уны уҡыусылары ла, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә, тормош юлы буйлап йәнәш атлаған остаздары ла хөрмәт итә, туғандарса яҡын күрә. Фәнзил Бүләк улының тормошо ысын мәғәнәһендә китап яҙырлыҡ. Күп ҡырлы, бай йөкмәткеле ул. Хеҙмәт юлын заводта аппаратсы булып башлаһа ла, күңеле менән уҡытыу эшенә ынтыла. Ауыл мәктәбе директорынан алып БДУ доценты, башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң иң абруйлы уҡыу йорттарында етәксе вазифаларын башҡара. Әлеге ваҡытта намыҫлы хеҙмәтен Өфөнөң күп профилле һөнәри коледжында дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә иң ҙур ғорурлығым – уҡыусыларым ти ул.Башҡорт әҙәбиәте, журналистикаһы үҫешен дә Фәнзил Бүләк улынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Республиканың иң абруйлы баҫмаларында даими рәүештә лирик шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, нәфис публицистикаға ҡараған очерктары донъя күрә. Көслө уҡытыусы, ғалим, журналист, өлгөлө ғаилә башлығы, балалары өсөн өҙөлөп торған атай, ейәндәренә талапсан һәм хәстәрлекле олатай Фәнзил Бүләк улы. Яратҡан шөғөлөнә мөкиббән киткән оҫта умартасы ла ул. Тормошоноң бар яҡлап бөтөн булыуы халҡы, милләте киләсәге өсөн башҡарған тос күләмле эшендә өлгөр булырға ярҙам итәлер, тигән фекерҙә уның яҡындары. Ысынлап та, иртән яратҡан эшеңә, кис иһә яҡындарың көткән йортҡа ашҡынып ҡайтыу, ошо иң ҙур бәхет түгелме ни?
2023 йыл Рәсәйҙә уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителгән
2023 йыл Рәсәйҙә уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителгән