Яңы эш аҙнаһын Башҡортостан яңылыҡтарҙар башлай. Өфөлә, грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегенән һуң республика спортсыларын ҡыуандырырлыҡ хәбәрҙәр ҙә бар. Уларҙың береһе – Радий Хәбировтың Башҡортостандың дәүләт спорт стипендиялары. Уларҙы суммаһы 20 мең һумдан 30 мең һумғаса. Башҡортостан үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Республикаға ситтән делегациялар килһә, Өфө ҡотҡарыусылары төрөктәргә ярҙам күрһәтә. Был дәүләттә ер тетрәү һөҙөмтәһендә кәм тигәндә 29 меңгә яҡын кеше һәләк булғайны. Мәрхүмдәр исемлегенең тағы ла артыуы ихтимал. Харабалар һаман таҙартылмаған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында Башҡортостан ҡотҡарыусылары ла ярҙам күрһәтә. Өфө бригадаһы 5 кешегә ярҙам иткән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостандың Төркиәләге ҡотҡарыусылары менән бәйләнештә торорға кәрәк. Башҡортостан Төркиәгә ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтһә, республика алдында торған бурыстар бының менән генә тамамланмай.
Маҡсаттарҙың береһе – донъя дәүләттәре менән авиабәйләнеште нығытыу, яңы рейстар асыу. Был йәһәттән миҫал Сәмәрҡәнд менән Минск.Үзбәкстан һәм Беларусь аэропорттарына Өфөнән аҙнаһына нисә тапҡыр, нисә самолет юлланырға тейеш. Радий Хәбиров һәр рейс өсөн аныҡ яуаптар көтә. Иҡтисади, сәнәғәт менән бер рәттән республиканың мәҙәни тормошо ла үҫергә тейеш. Башҡортостан башлығы яңы проект тәҡдим итә — Китап йәрминкәһе". Совет майҙанында быйылдан ошондай ҙур форум көтөлә. Нәфис әҙәбиәт фестивале китап менән таныштырыу ғына түгел. Маҡсаттарҙың нигеҙе икенсе, ти Радий Фәрит улы.
Тағы ла бер яңылыҡ. Тиҙҙән Башҡортостан яҙыусылары берлегенең бинаһын капиталь ремонт көтә. Радий Хәбировтың дүшәмбе кәңәшмәһендәге тағы бер-нисә белдереүе иғтибарҙа ҡала. Республика башлығы Башҡортостандың мәктәптәре, балалар баҡсалары, дауаханалары янында яҡтыртҡыстарҙың даими эшләүен талап итте. Үрге Йәркәйҙең мәғариф идаралығы менән бергә, фән һәм мәғариф министрлығы иһә Илеш районындағы "Орленок" лагерына газ үкәреү, обьектты мобиль элемтә менән тәьмин итеүҙе яйға һалырға бурыслы.