Эш сәфәре менән Өфөлә Адыгея вәкилдәре булып китте

Морат Купмилов етәкселегендәге делегация сәнәғәт өлкәһендә Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнде.

Ике республика – Башҡортостан менән Адыгея араһындағы хеҙмәттәшлек нығына. Был юлы ике төбәктең башлыҡтары сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙәге бәйләнеште үҙ эсенә алған килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Адыгеяла Башҡортостандағы кеүек үк ауыл хужалығы үҫешкән. Шуға был тармаҡтағы хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы. Эш сәфәре ваҡытында Морат Кумпилов етәкселегендәге делегация иген эшкәртеү өсөн ҡоролмалар етештереүсе предприятие төҙөлөшө менән танышты. Уларҙы "Амкодор" белорус холдингы сығарасаҡ ашлыҡ киптереү комплекстары ҡыҙыҡһындырҙы. Республикабыҙҙың "Өфө" индустриаль паркы ла айырым иғтибарға эйә. 76 мең квадрат метрлыҡ майҙанда бихисап етештереү объекттары тупланған. Әйткәндәй, төбәк индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Әле Адыгеяла ошондай йүнәлештәге парк төҙөйҙәр. Шуға Башҡортостан туплаған тәжрибәне өйрәнеү мөһим, тине Морат Кумпилов.Бынан тыш, төбәк башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәге һәм ошо уҡ бинала урынлашҡан Үҫеш корпорацияһының эшмәкәрлеге һәм Стратегик асыштар үҙәге менән таныштырҙы. Морат Кумпилов әйтеүенсә, был юҫыҡта ла Башҡортостандың уңышлы алымдары өйрәнеләсәк. Осрашыу һуңында, ике субъект башлыҡтары Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.