Өфөлә Федор Шаляпиндың 150 йыллыҡ юбилейына арналған саралар башланды

Йыл дауамында Федор Шаляпиндың иҫтәлегенә тематик концерттар, ижади осрашыуҙар, йыр, музыка башҡарыу, әҙәбиәт, рәсем бәйгеләре, күргәҙмәләр үткәреү планлаштырыла.

Федор Иванович Шаляпинға Өфөлә 2007 йылда асылған аҡ мәрмәр һәйкәлде мемориаль ансамбль, тип йөрөтәләр. Уға тиклем Дворян Йыйылышы йорто стенаһында күренекле йырсы иҫтәлеген таҡтаташ һаҡлаған. Тап ошо бинала 1891 йылдың 6 майында буласаҡ бөйөк бас Рубинштейндың "Демон" операһында ҡарт ялсы ролен башҡарған. Үҙенең данлыҡлы юлын Өфө сәхнәһенән башлаған Шаляпиндың исемен мәңгеләштереү саралары Башҡортостанда әлегәсә дауам итә. 1992 йылдан республикала Шаляпин төбәк-ара үҙәгенең Өфө бүлексәһе әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Ойошма фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, төбәкте өйрәнеүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар, уҡыусылар һәм ҡабатланмаҫ вокал даһилығына мөкиббән башҡа кешеләрҙе берләштерә. Донъяға билдәле шәхестең тормош юлы менән ҡыҙыҡһынғандар бөгөн бар маҡсат менән йәшәй – Федор Шаляпиндың исемен һәр кемгә танытыу, йәш быуында уның шәхесенә һөйөү тәрбиәләү, билдәле йырсының Өфөләге ижад йылдары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау. Йырсының Өфөлә йәшәгән осоро һәм бөйөк дебют тарихын Милли музейҙа асылған күргәҙмә һындандырҙы. Яңы күргәҙмәлә Федор Шаляпиндың әлегәсә күмәк тамашасыға сығарылмаған шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Бары дүрт өлгө. Тап улар бөйөк йырсының Өфөлә асылыр айырым музейының экспонататтар исемлегенә башланғыс һала. Донъяның халыҡ артисы тип танылған Шаляпиндың исеме Башҡортостандың башҡалаһы тарихы менән тығыҙ бәйле. Өфөлә 1991 йылдан башлап күренекле бас исемендәге опера сәнғәте фестивалдәре даими уҙғарыла. Быйыл йырсының тыуған көнөнә 150 йыл уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Ғәли йәнәптәре – бас" гала концерты үтте. Юбилей концертында Өфө артистарынан тыш Мәскәү һәм Санкт-Петербург театрҙары йырсылары Фёдор Иванович Шаляпин башҡарған әҫәрҙәре башҡарҙы.Уның даны һүрелмәй. Шаляпиндың исеме ҡағылған һәр ғәмәл сәнғәт өлгөһө булып балҡый. Халыҡ артисы башҡарған моңдо заман заңына тап килтереү кәрәкмәй, ул һәр ваҡыт урынлы, тере һәм мәңгелек.