Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре, республиканың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына Мортаза Рәхимов исеме бирелә. Бынан тыш, республика хөкүмәте республиканың белем биреү учреждениеларының береһенә, Өфө хакимиәте иһә баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, ә уның тыуған яғында – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында музей асыу күҙаллана. Республиканың Милли музейында Башҡортостандың беренсе президентының эшмәкәрлеге хаҡында материалдар туплап, тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Мортаза Рәхимов тураһында биографик энциклопедия баҫтырыу сығарыу бурысы тора. Мортаза Ғөбәйҙулла улы быйыл 11 ғинуарҙа вафат булды.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә