Башҡортостан Башлығы объекттың концепцияһын уҙған йылдың июлендә тәҡдим иткәйне. Музей комплексы Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе биләмәһендә урынлашасаҡ. Башҡортостан археологтары бер-нисә районда ҡаҙыу эштәре алып бара. Ғалимдар унда табылған экспонаттарҙың мөһимлеген юғары баһалай. Мәҫәлән, Турахан кәшәнәһе янындағы эҙләү-тикшереү эштәре барышында белгестәр юлыҡҡан һөйәк һәм тимер әйберҙәр Алтын урҙа дәүере менән бәйле. Археологик ҡомартҡылар күсмә халыҡтар цивилизацияһы осорон яҡшылап тикшерергә һәм Башҡортостан халыҡтары тарихын етнекләп өйрәнергә мөмкинлек биргән. Быйыл да республика ғалимдары Бойондороҡһоҙ илдәр берләшмәһе белгестәре менән 4 экспедиция ойошторорға йыйына. Мәҫәлән, Үҙбәкстан һәм Әзербайжан археологтары ҙур теләк белдергән. Ер аҫтын тикшереү өсөн заманса ҡорамалдар ҙа һатып алынған. Алтын Урҙа ваҡытында әлеге Башҡортостан биләмәһе бик күп телдәр һәм мәҙәниәттәр өсөн үҙәк булған. Европа менән Азия ҡушылған урында, бер-береһенә оҡшамаған тиҫтәләгән ҡәбилә йәшәгән. Беҙҙең ерҙәр аша төп сауҙа һәм карауан юлдары ла үткән. Музей концепцияһының төп асылы – күсмә халыҡтар цивилизацияһын өйрәнеү. Яңы объект бер нисә тарихи ҡомартҡыны берләштерәсәк, улар иҫәбендә - Турахан менән Хөсәйенбәк кәшәнәләре. Комплекс нигеҙендә студенттар өсөн лабораториялар, уҡыу һәм лекция аудиториялары планлаштырыла. Музей эргәһендә осрашыуҙар үҙәге, "оҫталар ҡаласығы", ипподром менән һыбайлы спорт үҙәге, ҡымыҙ йорто, ашханалар һәм сәйәхәт-ял урындары, СПА-үҙәк менән ҡунаҡхана ла төҙөү планлаштырыла.Быйыл март айында буласаҡ музей биләмәһендә ҡабул итеү һәм таныштырыу үҙәге төҙөлөшө башлана. Бында Турахан кәшәнәһе янындағы табылған артефакттар күргәҙмәһе, лекция өсөн амфитеатр, кафе һәм тирә-яҡ менән танышыу майҙансығы урынлашасаҡ. Эштәре июлдә тамамланыр, тип көтөлә. Радий Хәбиров үҙәктең архитектура проектын яңынан ҡарарға ҡушты.Музей комплексы йыл һайын уҙғарылған “Еңеү урманы” акцияһының да төп майҙансығына әйләнәсәк. Башҡортостан Башлығы объекттарҙың урынлашыуын иҫәпкә алып ағастар ултыртыу планын өйрәнергә ҡушты. Был эшкә ландшафт дизайнерҙары йәлеп ителәсәк. Проекттың маҡсаты – төбәк музейы ғына түгел, ул күсмә халыҡтар цивилизацияһы тарихының фәнни, мәҙәни, белем биреү һәм туристик үҙәгенә әйләнергә тейеш.
Өфөлә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының исем туйы үтте
Өфөлә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының исем туйы үтте