Өфөлә уҡытыусылар араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Өфөлә уҡытыусылар араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡаланың йыл уҡытыусыһы”,"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" ҡала конкурстарына йомғаҡ яһалды. Башҡала мәктәптәрендә иң оҫта уҡытыусыны билдәләү бәйгеһе быйыл 26-сы тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт арауығында ярышта 2500 кеше ҡатнашҡан. 500 уҡытыусы лауреат исеменә лайыҡ булған. Сараның маҡсаты педагогикала инновацион йүнәлештәрҙе асыҡлау, уҡытыусы һөнәренең абруйын үҫтереү. Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» һәм “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” исеменә 58 уҡытыусы дәғүә иткән. Абруйлы жюри ағзалары һәр йүнәлештә иң яҡшы мөғәллимдәрҙең исемен атаны. Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы исемен Яҙгөл Сирбаева яулаһа, Өмөт номинацияһына Өфөнөң 9-сы мәктәбенән башҡорт телен уҡытыусы, ҡаҙаҡ егете лайыҡ тип табылды.