«Торатау» конгресс-холында «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» тигән әҙәби осрашыу ойошторола.Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә күренекле шағирҙар Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтың ижади эшмәкәрлегенә арналған әҙәби осрашыу уҙғара. Осрашыу программаһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, телсе-ғалим Фирҙәүес Хисаметдинованың, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҙыусыларҙың дуҫлығы һәм берлектәге ижади эшмәкәрлеге, әҫәрҙәрҙе Рәсәйҙең дәүләт телдәренә тәржемә итеү тураһында сығышы, йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларының туған телдәге сығышы ҡаралған. «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы «Әҙәби гөлләмә» фестивален аса. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыу буйынса дәүләт сәйәсәте сиктәрендә йыл дауамында уҙғарыла. «Әҙәби гөлләмә» фестивален ябыу тантанаһы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә уҙа.
Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө
Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө






