«Төнъяҡ амурҙары» экрандарға сыға

«Төнъяҡ амурҙары» экрандарға сыға

Өфө мультипликаторҙарының «Төнъяҡ амурҙары» анимацион фильмы Рәсәй экрандарына сыға. Башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығына арналған йәнһүрәтте Өфөнөң «Муха» студияһы «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөрҙө. Был республиканың анимация индустрияһындағы иң ҙур хеҙмәте. Йәнһүрәт ҡасан прокатҡа сығасаҡ? Сәлимә Исламова асыҡланы.Густов 3-сө хәйләкәр, ә төнъяҡ амурҙары тағы ла хәйләкәрерәк. Әйткәндәй, был исем башҡорт яугирҙәренә Наполеон һуғышынан ҡалған. Улар борондан Рәсәй армияһын тулыландырып ҡына ҡалмаған, илдең төп көсөн дә тәшкил иткән.Бер яуҙан да ҡалмаған. Тәү ҡарашҡа, Төнъяҡ амурҙары анимацион фильмы тулыһынса әҙер. Әммә кинотеатрҙа тауыш сифаты башҡасараҡ булырға тейеш. Әле йәнһүрәттәге һәр геройҙың, унда яңғыраған һәр музыка ҡоралының тауышын режиссер Александр Сәғитов тейешле кимәлгә көйләй.Йәнһүрәтте тауышландырыуҙа 100 ләгән музыкант, артист ҡатнашҡан. Шунса уҡ рәссам һүрәт төшөргән. Милли колорит фильмда һәр яҡлап сағыла.Йәнһүрәт 3 өлөштән 3 нәҫерҙән тора. Сюжеттың нигеҙендә төрлө холоҡло 5 башҡорт ҡатнашлығындағы бер нисә тарих. Батыр Йомағужа, аҡыллы Ҡылысбай, яугир ҡыҙ Агдалия , йәш егет Ғәбит һәм солоҡсолар Ихсан менән Усман бер тамашасыны ла битараф ҡалдырырлыҡ түгел.Сценарий авторҙары Олег Батухтин, Руслан Тавабилов, Рәмил Рәхимов тарихи мәғлүмәттәргә таянып, һәр геройға характер биреп төрлө сюжеттар уйлап сығарған. Йәнһүрәттең башланып китеүе лә тарихи мәғлүмәткә бәйле.Фильм рус һәм башҡорт телендә донъя күрә. Башҡорт телендә ни өсөндөр уңышлыраҡ килеп сыҡты кеүек, ти бер тауыштан мультипликаторҙар.Сюжеттарға бәйле бәхәстәр күп булды, ти йәнһүрәт директоры. Әммә башҡорт тоҡомло бал ҡорто роле бәхәсһеҙ. Ул хатта айырым бер герой кеүек күрһәтелә. Әлеге мәлдә фильмдың башҡортса вариантына русса титрҙар һалына. Анимацион фильм «Башҡортоста» киностудияһының махсус заказы буйынса әҙерләнгән. Прокатҡа йәнһүрәт май айында сығасаҡ. 3 өлөштән, 3 нәҫерҙән тораған « Төнъяҡ амурҙары » анимацион фильмы бер сәғәт дауамында бара. Рәссамдар әленән уның дауамы булыр, тип вәғҙәләй. Киләһе йәнһүрәт легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланасаҡ.