Унда төрлө йәштәге 500 ашыу кеше ҡатнашты. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла саңғыға баҫты.Ярыштарға килеүсе иң йәш спорсыға 8 йәш булһа, иң өлкәне-75 йәштәрҙә. Ҡатнашыусыларҙы дәртләндерер өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2010-сы йылда Ванкуверҙағы ҡышҡы Паралимпия уйындарында дүрт тапҡыр чемпион исеме алыусы Ирек Зарипов та килгәйне. Ярыштаҙа ҡатнашыусы һәр кемдең финиш һыҙығын тәүгеләрҙән үтеү сәме көслө ине. Әммә еңеү был юлы ла етеҙҙәргә йылмайҙы. Ҡыҙҙар араһында беренсе һәм икенсе урынды апалы һеңлеле Садыҡовалар алды. Хатта финишҡа етеп килгәндә, саңғы таяғын юғалтыу ҙа еңеүсегә һис кенә лә ҡамасауламаны. Саңғы ярыштарында бер-нисә йыл рәттән ҡатнашыусылар ҙа бар. Улар йыл һайын үҙҙәренә көс, дәрт алып ҡайта. Уҡыусылары менән бер рәттән уҡытыусылар ҙа саңғыға баҫты. Балалар менән уҙышыу ярыш сәмен тағы ла арттыра. Саңғы ярыштарында ҡатнашыусылар тәме сәй менән дә һыйлана алды. Күтәренке кәйеф өсөн дәртле йырҙар ҙа яңғыраны. Ярыштарға ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Саңғыла йөрөүҙе күптәр ярата. Күптәргә еңел бирелә. Әммә йөҙәрләгән спортсы араһында алтын, көмөш миҙалға дәғүә итеү ауыр Һынау. Иң мөһиме саңғыла яңы баҫҡандарға финишҡа етеү. Бөгөн алтын миҙал түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс.
Өфөлә Римма Баталова исемендәге спорт үҙәгендә саңғы ярыштары үтте
Өфөлә Римма Баталова исемендәге спорт үҙәгендә саңғы ярыштары үтте