Пассажирҙарға Өфө аэропортының ҡунаҡханаһында ҡунырға тура килә. Һауа судноһы Джербаға кисә кисен осорға тейеш ине. Әммә 232 пассажир, шул иҫәптән балалар, бер-нисә сәғәт дауамында рейсты көтөргә мәжбүр булды. Авиакомпания был осраҡты самолеттың юлға әҙер булмауы менән аңлата. Шаһиттар әйтеүенсә, пассажирҙарҙың бер өлөшө самолетҡа сығыу урынын ҡаплаған. Бөгөн авиакомпанияның икенсе самолеты МәсәкәүҙәнӨфөгә килә һәм иртәнге сәғәт һигеҙҙә тотҡарланған рейс пассажирҙары тунисҡа осто.
Өфө-Джерба рейсы 13 сәғәткә тотҡарланды
Тулыраҡ: Өфө-Джерба рейсы 13 сәғәткә тотҡарланды