Ял көндәрендә асфальт япмаһын түшәп, конструкцияның ныҡлығын тикшерә башлағандар. Көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, төҙөүселәр эштәрҙе теүәл үтәй. Асфальт ҡулланыр алдынан стандартҡа ярашлығы буйынса тейешле тикшереүҙәр үткән. Күперҙә ҡом төйәлгән бер-нисә самосвал уның ныҡлығын тикшереп тора. Төп эштәр сентябрь аҙағында тамамланырға тейеш. Ә ай урталарында күпер тест режимында хәрәкәт өсөн асыласаҡ.
Затон күперендә төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара
Тулыраҡ: Затон күперендә төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара