Бөгөн ваҡиға буйынса яңы мәғлүмәттәр ҙә асыҡланды, пенсия таратыу ваҡыты шәмбе көнө иртәнсәк үҙгәртелә, ә мәрхүмә был көнө бөтөнләй ял итергә тейеш булған. Асыҡланыуынса, был ваҡытта почтальен ярҙам һорап ҡысҡырған була. 48 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр һөжүм итә. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уның башына бер нисә тапҡыр һуғалар. Алынған йәрәхәттәрҙән ҡатын кеше урында һәләк була. Пенсия өсөн тәғәйенләнгән 900 мең һум аҡса менән сумка юғала. Фажиғәле хәл 3 йорттан ғына торған Ибраһим разъезы ауылында теркәлә. Ауыл уртаһынан үткән тимер юл аръяғындағы һуңғы йортҡа йүнәлгән почтальенды Енәйәтселәр ағаслыҡ араһында көтөп торған. Шаһиттар әйтеүенсә, ярҙамға килгәндә ул әле тере була.
Татьяна Тимофеева ярҙамға саҡырыусыға иң беренсе йүгереп килә. Яраланған ҡатын ерҙә ятҡан була, ә Енәйәтселәр был ваҡытҡа ваҡиға урынынан ҡасып өлгөрә. Ауылда йәшәүселәрҙең береһе лә мәрхүмәне танымай, баҡтиһәң ул коллегаһы урынына эшкә сыҡҡан була. Был Енәйәт эшендә сәйер нескәлектәр байтаҡ. Ғәҙәттә почта төш ваҡытында йөрөһә, фажиғәле шәмбелә улар иртәнсәктән килә. Бер нисә хеҙмәткәр водитель менән машинала ҡала, ә ҡоралланған һаҡсы ҙур күләмдә аҡса менән йөрөгән ҡатынды оҙатып сыҡмай. Мәрхүмәнең бәлиғ булмаған ҡыҙы етем ҡалды. Рәсәй почта хеҙмәтенең урындағы бүлексәһе ҡарары буйынса ул 18 йәше тулғансы кампаниянан ай һайын матди ярҙам аласаҡ. Әле ваҡиға урынында Тәфтишселәр тикшереү алып бара. Кинологтар төркөмө трассаға илтеүсе эҙгә баҫҡан. Шул уҡ ваҡытта криминалистар Енәйәтселәргә мәғлүмәт еткереүселәр араһында почта йә банк хеҙмәткәрҙәренең дә булыуын етди тикшерәсәк.