Быйылғы байрам кино йылына арналды.Төрлө йәнһүрәт, кино геройҙары сәскә композицияларында урын тапҡан. Йәйҙең иң матур байрамы сәскәләр фестивале зауыҡ яратҡан һәр кемде ҡала майҙандарына йыйҙы. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, баҡсала үҫтерелгәнле ҡағыҙҙан эшләнгәне лә бар. Башлыса композициялар кино йылына бағышлана. Күреүегеҙсә бында мастер, Маргарита, уларҙың бесәйе лә бар. Беренсе май мәҙәниәт һәм ял паркында төрлө ойошмалар, предприятиелар коллективтары сәскәләрҙән үҙенсәлекле композициялар төҙөп ярышты.Көндәлек тормошта был һылыуҙар 13-сө ҡала больницаһы хеҙмәткәрҙәре, ә бөгөн улар боронғо Ете ҡыҙ легендаһы персонаждары. Быйылғы байрам Рәсәй киноһы йылына арналған. Мостай Кәримдең « Ай тотолған төндә» әҫәренән был композицияны балалар ижады үҙәге эшләгән. Кескәйҙер үҙ ҡулдары менән һәр деталде күңел һалып эшләгәнлеге күҙгә салынып тора. Ә әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары айырым номинацияла көс һынаша. Бында башлыса балалар баҡсалары һәм мәктәптәр ҡатнаша. 152-се башҡорт балалар баҡсаһы « Айыу ни өсөн ҡойроҡһоҙ » әкиәтен һайлаған. Сағыу бәйгелә флористар һәм баҡса эшенә ижади ҡараған, һәләтен күрһәтергә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тәүгеләрҙән булып байрам башҡаланың Октябрь, Совет һәм Калинин райондарында үтте.
Башҡала парктарында сәскәләр фестивале үтте
Тулыраҡ: Башҡала парктарында сәскәләр фестивале үтте