Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанғанған киң мәғлүмәт һәм баҫма хеҙмәткәре, ,,Башинформ,, агентлығын ойоштороусыларҙың береһе Виктор Журавлевты һуңғы юлға оҙаттылар

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанғанған киң мәғлүмәт һәм баҫма хеҙмәткәре, ,,Башинформ,, агентлығын ойоштороусыларҙың береһе Виктор Журавлевты һуңғы юлға оҙаттылар

Виктор Игнатьевич Журавлев 1951-се йылда Бүздәк районының Сергеевка ауылында тыуған. 70-се йылдарҙа Советская Башкирия газетаһы хәбәрсеһе, БДПУның тарих кабинеты мөдире, Башҡортостан Эске Эштәр Министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе булып эшләй. Подполковник. 1995 се йылда билдәле журналистар менән бергә „Версия„ газетаһын ойоштора. 1996-сы йылда тап ошо газета нигеҙендә „Башинформ„ агентлығы ойошторола. Виктор Журавлев 1996-сы йылда агентлыҡтың генераль директоры итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 2010-сы йылға тиклем эшләй. Тап ул эшләгән осорҙа юғары кимәлдә матбуғат конференциялары, брифингтар ойошторола башлай. Виктор Журавлев, һәләтле ойоштороусы һәм өлгөлө етәксе, ҙур йөрәкле кеше булараҡ барыһының да хәтерендә һаҡланасаҡ. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн Өфө Кафедраль собор ҡорамында үтте.