Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветерандары аллеяһындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды. Афған һуғышында Күгәрсен районынан 72 яугир ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Әлеге көндә районда 56 афған ветераны йәшәй. Улар иҫтәлекле көндә йыл һайын митингка йыйылып, тыныслыҡ өсөн ғүмерен йәлләмәгән яҡташ-яугирҙарын иҫкә ала. Быйыл митингта махсус хәрби операцияға мобилизацияланған егеттәр ҙә ҡатнашты. Радий Хәбиров әле ялда булған хәрбиҙәр менән яҡындан аралашты.
Республика башлығы Күгәрсен районына эш сәфәре менән барҙы
Республика башлығы Күгәрсен районына эш сәфәре менән барҙы