Башҡортостандың беренсе президенты эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт фондын туплау башланды

Башҡортостандың беренсе президенты эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт фондын туплау башланды

Республиканың Милли музейы Башҡортостандың беренсе президенты эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт фондын туплауға тотондо. Мортаза Рәхимовтың 90 йыллыҡ юбилейына иһә биографик энциклопедия нәшер итеү көтөлә. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың тәүге президентының исемен мәңгеләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Республика Хөкүмәте ошо уңайҙан төбәктәге белем биреү йорттарының, ә Өфө ҡала хакимиәте – башҡала урамдарының береһенә — Мортаза Рәхимовтың исемен биреү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү йөкләмәһен алды. Документ төбәк йәмәғәтселегендә лә әүҙем иғтибар уятты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың яҡташтары һәм фекерҙәштәре Башҡортостандың беренсе президентының исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.