Ил именлеге өсөн

Ил именлеге өсөн

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә бөтә республика халҡы ярҙам итә. Өфө районы Михайловка ауылы ағинәйҙәре лә изге эшкә тотоноп маскировкалау селтәрҙәре үрә башлаған. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Был видеояҙманы социаль селтәрҙә ултырыусы һәр кем күргәне бар. Михайловка ағинәйҙәре үҙенсәлекле клип төшөрөп, билдәле йырсынан 1 миллион һум аҡса отҡайны. Дәртле пенсионерҙар бөтә ерҙә лә өлгөр. Берҙәмлектә генә көс тип, махсус хәрби операция хәрбиҙәренә маскировкалау селтәрҙәре үрә башлаған. Эш ауыр түгел, әммә яуаплылыҡ һәм иғтибарлыҡ талап итә, ти пенсионерҙар. Һәр-береһе оҫталыҡ дәрестәре үткән. Селтәрҙәр махсус технология буйынса үрелә.Ҡулланылған туҡымаға ла талаптар юғары. Ул, тәү сиратта, егеттәребеҙҙе дошман күҙенән һаҡларға тейеш. Маскировкалау селтәрҙәре спанбонд тип аталған махсус синтетик туҡыманан үрелә. Улар тәбиғи төҫтәргә буятыла. Спанбонд ялтырамай, еңел һәм иң мөһиме һыу үткәрмәй. Үргән селтәрҙәр яугирҙарға яҡшы ышыҡ булһын, ғүмерҙәрен һаҡлаһын тип бөтә буш ваҡыттарын ошонда үткәрә Михайловка ағинәйҙәре. Сеймалды инәйҙәр башта үҙҙәре һатып алған. Ағас конструкцияһын да эшләткән. Бер селтәр эшләү өсөн байтаҡ туҡыма китә, ти үреүселәр. Хәйер, изге эшкә ҡушылыусы ағинәйҙәр һаны арта ғына бара. Ауыл хакимиәте лә инәйҙәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Әлеге ваҡытта фронтта маскировкалау селтәрҙәребик кәрәк, ти ирекмәндәр. Битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар бөтә ойоштороу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алып фронтҡа маскировка селтәрҙәре, халаттар һәм шлемдар үреп ебәрә. Теләгән һәр кемде был эшкә өйрәтергә әҙер улар. Күңел нурын һалып үрелгән селтәрҙәр бер генә булһа ла һалдат ғүмерен һаҡлап алып ҡалһа, был оло бәхет, ти ирекмәндәр. Тырышлыҡтың Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй, алғы һыҙаттағы яугирҙар рәхмәттәр уҡып видеояҙмалар төшөрөп ебәрә.