“Башҡаланың йыл уҡытыусыһы”,"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстарына йомғаҡ яһалды. Башҡала мәктәптәрендә белем биреүсе иң оҫта мөғәллимде билдәләү ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа үтте.Бала күңеленә изгелек, ғилем сәсеүселәр бөгөн сәхнәлә. 2023 йыл Өфө уҡытыусылары өсөн конкурстан башланғайны, ана шул 58 уҡытыусы февраль башына тиклем Башҡаланың йыл уҡытыусыһы исеме өсөн көс һынашты. Баһалама ағзалары әйтеүенсә, конкурста еңелеүселәр юҡ, уларҙың һәр береһе - мәғарифтың киләсәге, белем биреү системаһын үҫтереүсе, алға әйҙәүсе.Башҡаланың йыл уҡытыусыһы конкурсы быйыл 26-сы тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт арауығында ярышта 2500 кеше ҡатнашҡан. 500 уҡытыусы лауреат исеменә лайыҡ булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йылдағынан күберәк ҡатнашыуы, һөйөнөслө тип билдәләне жюри. Сраның маҡсаты педагогикала инновацион йүнәлештәрҙе асыҡлау, уҡытыусы һөнәренең абруйын үҫтереү. Жюри һәр йүнәлештә иң яҡшы мөғәллимдәрҙең исемен атаны. Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы конкурсанттары араһында Өмөт номинацияһына Өфөнөң 9-сы мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡаҙаҡ егете Ильяс Жаржымбекулы лайыҡ тип табылды. Ә бына Башҡорт теле уҡытыусылары араһында иң яҡшыһы тип Яҙгөл Сирбаева табылды. Ул 114-се белем биреү үҙәгендә эшләй. Телгә һөйөү уятыуҙа мөғәллим ата-әсәләр менән берлектә эшләргә тейеш, тип һанай. Өйгә эштәр аша телде өйрәнеүгә мотивация уятырға тейешбеҙ, тигән фекерҙә.Конкурстың тәртибе буйынса бәйгелә ҡатнашыусылар араһында көсһөҙҙәр, йә талантһыҙҙар юҡ, әммә еңеүсе берәү. « Башҡаланың йыл уҡытыусыһы», абсолют еңеүсе тип Өфөнөң 39-сы гимназияһы математика уҡытыусыһы Баянов Артур Рауил улы иғлан ителде. Артабан уҡытыусылар республика кимәлендәге бәйгеләрҙә көс һынаша.
Телгә һөйөү уҡытыусынан башлана
Телгә һөйөү уҡытыусынан башлана