Гимн көйөн яҙған композитор

Гимн көйөн яҙған композитор

Башҡортостан концерт залында – билдәле композитор, Башҡортостандын халыҡ артисы, Фәрит Иҙрисовтың ижади эшмәкәрлегенең 40 йыллығына арналған кисә ойошторолдо. Фәрит Фатих улының тормош һәм ижад юлы тураһында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова. Фәрит Иҙрисов халыҡҡа Башҡортостан республикаһы гимнының көйөн яҙған композитор булыраҡ таныш. Башҡортостан гимны һәр йыр коллективының репертуарында бар һәм ул төбәктә генә түгел, Башҡортостан халҡы ҡатнашҡан халыҡ-ара байрамдарҙа, Рәсәйҙә үткән төрлө сараларҙа ла яңғырай. Кисәлә, Фәрит Фәтих улы етәкселегендә, республикаһының милли симфоник оркестры бөйөк классик әҫәрҙәр, Заһир Исмәғилевтың «Салауат» симфоник поэмаһын, Петр Чайковскиҙың 5 –се симфонияһын башҡарҙы.Юбилярҙы ҡотларға уның яҡындары, дуҫтары һәм ижадын һөйөүсе тамашасылар килгәйне. Фәрит Иҙрисов ижади эшмәкәрлегенең 40 йыллығы уңайынан беҙҙең телекомпанияның “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ла ҡатнашты. Ул гимндың көйөн яҙыуға ентекләр туҡталды.Фәрит Фәтих улының ижад юлы бик бай. Ул 30 ашыу төрлө милләт композиторҙары спектаклдәрен, Бетховен, Моцарт, Лист, Брамс, Чайковскийҙың симфонияларын башҡара.